Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 16:09

Дарыуҙар алыуға 5 млн һум аҡса бүленә

 Республика халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеүгә  киләһе йылда 5 млрд һум аҡса бүленәсәк. 

Дарыуҙар алыуға 5 млн һум аҡса бүленә
Дарыуҙар алыуға 5 млн һум аҡса бүленә

  Был хаҡта  «2023 йылда  Башҡортостан бюджеты» брифингы барышында  БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе.   

–  Беҙ дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса сығымдарҙы кәметмәйбеҙ, киреһенсә,  өлөшләтә арттырабыҙ.  Ҡаты ауырыуҙар менән сирләүселәргә йыл һайын  дарыуҙар һатып алыуға ярты миллион һумдан ашыу аҡса бүләбеҙ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  льготалы медицина тәьмин итеүенә мохтаждар һаны йылдан-йыл арта, – тине ул.   

Брифинг барышында  шәкәр диабеты менән сирләүселәргә ҡаралған саралар тураһында  һорау булды.  

– Был социаль әһәмиәткә эйә ауырыу. Бындай диагнозлы пациенттар бик күп. Улар араһында балалар ҙа бар.    Шәкәр джиабеты менән ауырыусы пациенттарҙы  ваҡытында кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса  барыһы ла эшләнә, –  тип яуап бирҙе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.   

   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: