- Бөгөнгө шарттарҙа туризм тармағы өсөн, тәү сиратта эске баҙарға күсеү менән бәйле, яңы мөмкинлектәр асыла. Беҙҙең бурыс - туризм инфраструктураһын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, туризмға инвестицияларҙы табышлы итеү. Эшҡыуарҙарға бөгөн бизнесты яҡлау институттары тарафынан күрһәтелгән льготалы кредит, субсидиялар һәм башҡа финанс саралары тәҡдим итә алабыҙ. Әммә ярҙам сараларын күрһәткәндә проекттарҙың уңайлы мөхит булдырыуҙары факторын да ҡарап эшләйбеҙ, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Спикерҙарҙың барыһы ла туристик объекттарҙа уңайлы мөхит булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, бергәләп хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерҙе, тәҡдимдәр индерҙе. Майҙансыҡ тәжрибә һәм ҡыҙыҡлы идеялар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Һүҙен йомғаҡлап, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ошо йүнәлештә артабан да бергә эшләү мөһимлеген билдәләне.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/19794/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.