Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 10:50

Башҡортостанда Херсондан һәм Херсон өлкәһенән күсеп килеүселәргә 100-әр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда Херсондан һәм Херсон өлкәһенең бер өлөшөнән күсеп килгәндәргә 100-әр мең һум аҡса түләйҙәр һәм торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат бирәләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда Херсондан һәм Херсон өлкәһенән күсеп килеүселәргә 100-әр мең һум аҡса түләнә
Башҡортостанда Херсондан һәм Херсон өлкәһенән күсеп килеүселәргә 100-әр мең һум аҡса түләнә

Херсонда һәм Херсон өлкәһенең бер өлөшөндә йәшәп, ошонан республикабыҙға күсеп килеүселәргә  социаль ярҙам саралары күрһәтелә: 100 мең һум күләмендә мөлкәт һатып алыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү, шулай уҡ бирелгән дәүләт торлаҡ сертификаттары нигеҙендә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в