Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 10:11

Башҡортостан ризығы фестивалдә юғары баһаланған

"Башҡортостан продукты" проекты дипломанты "Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты" йәмғиәте Екатеринбургта үткән Икмәк, кондитер изделиелары һәм торттар фестивалендә алтын миҙалға һәм беренсе урынға лайыҡ булған.

Башҡортостан ризығы фестивалдә юғары баһаланған
Башҡортостан ризығы фестивалдә юғары баһаланған

Икмәк комбинаты конкурсҡа бер нисә аҙыҡ-түлек ҡуйған. Һөҙөмтәлә, "Соломка сладкая" икмәк продукты еңеп сыҡҡан. «Торт моей мамы», «Малышка» сушкаһы, «Малышок» сохарыйы икенсе урын яулаған.

Фестивалдә төрлө төбәктән 60-тан ашыу төр продукция күрһәтелгән. Ризыҡтарҙы дегустациялау, баһалау бик ентекле үткән.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: