Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 11:17

Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортына дүрт миллионынсы пассажир килә

Бәлки, ҡайталыр ҙа. Ни тиһәк тә, баш ҡала аэропорты дүрт миллионынсы пассажирын хеҙмәтләндерәсәк. Был турала БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортына дүрт миллионынсы пассажир килә
Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортына дүрт миллионынсы пассажир килә

Республика етәксеһе социаль селтәрҙә былай тип яҙа:

"Беҙ эске һәм халыҡ-ара авиарейстар асыу буйынса әүҙем эшләүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл Өфөнән самолеттар Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстерхан һәм Нарьян-Мар ҡалаларына оса башланы. Килешеүҙәр һөҙөмтәһендә Астана, Аҡтау, Алматы, Аҡтаныш ҡалалары ла өҫтәлде. Сәмәрҡәндкә, Минскиға һәм Тель-Авивҡа рейстар асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Иҡтисадта ҡатмарлыҡтар булыуға, бәғзе халыҡ-ара йүнәлештәрҙе ябыуға ҡарамаҫтан, кешеләр осоуын дауам итә һәм хатта йышыраҡ та оса. Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Сорғот һәм Новосибирск ҡалаларына рейстар популяр. Йыл аҙағына тиклем 2022 йылда хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар һаны буйынса абсолют рекордты ла көтәбеҙ".

Фото: vk.com (Радий Хабиров).

 

 

Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортына дүрт миллионынсы пассажир килә
Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортына дүрт миллионынсы пассажир килә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: