Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Декабрь 2022, 15:54

Ауыл табиптарына — 3 млн һум күләмендә аҡсалата ярҙам

Киләһе йылдан ауылдағы медицина учреждениеһы табиптары 3 млн һумға тиклем түләүгә иҫәп тота ала.

Ауыл табиптарына — 3 млн һум  күләмендә аҡсалата ярҙам
Ауыл табиптарына — 3 млн һум күләмендә аҡсалата ярҙам

   БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо туралағы проектын республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы.   

– Ярҙам саралары белгестәр ауыл ерендә эшкә ҡалып,  торлаҡ һатып алһын өсөн йүнәлтелгән, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова. 

–   Беҙ белгестәрҙе аҡсалата түләү менән эшкә йәлеп итәсәкбеҙ. Өс йыл буйы улар йылына берәр миллион һум аҡса аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ауылда биш йылдан да кәм эшләргә тейеш түгелдәр, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.    

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: