Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 09:30

Терапевт ковидҡа ҡаршы вакцина тураһында ялған сертификаттар эшләгән

Өфөләге 13-сө дауахананың элекке табип-терапевты ришүәтселектә һәм ялған документтар әҙерләүҙә ғәйепле тип танылды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты.

Терапевт ковидҡа ҡаршы вакцина тураһында ялған сертификаттар эшләгән
Терапевт ковидҡа ҡаршы вакцина тураһында ялған сертификаттар эшләгән

2021 йылдың июленән ноябренә тиклем ханым ришүәт алған һәм  мәғлүмәт системаһына коронавирустан вакцинация үтеү тураһында ялған мәғлүмәттәр индергән, уның нигеҙендә граждандар сертификаттар алған.

 

Табип үҙ ғәйебен таныған. Суд уға штраф формаһында хөкөм ҡарары сығарған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: