Тимур Ҡоланбаев 2001 йылда хәрби хеҙмәткә алына, унан “ҡыҙыу нөктәгә” – Чечняға эләгә. Әммә егет бөгөнгәсә өйөнә ҡайтмаған: ул хеҙмәтен уңышлы тамамлаған, тик тыуған ауылына ҡайтып барғанда хәбәрһеҙ юғалған. Тимурҙың һеңлеһе Ләйсән һөйләүенсә, уның ағаһы 1981 йылда Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында тыуған, хәҙер уға 41 йәш тулырға тейеш. Алты йәшендә Тимур ғаиләһе менән Хәйбулла районына күсенә. Һеңлеһе ағаһының, аҡыллы, һау-сәләмәт булыуын, яҡшы уҡыуын, спорт менән шөғөлләнеүен әйтә. Район буйынса спорт ярыштарында еңеү яулай.
Ҡоланбаевтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары – 42 йәшлек Илнур, һеңлеһе Ләйсән. 2000 йылда әрмегә – Илнурҙы, ә 2001 йылдың ноябрендә Тимурҙы алалар, улар икеһе лә Чечняға эләгә.
Тимур Чечняла хеҙмәт иткән ваҡытта хаттар яҙа. Ә 2003 йылдың ноябрендә уның менән бәйләнеш өҙөлә. Ул таксиға ултырып, үҙе менән сухпаек һәм юлға аҡса алып ҡайтырға сыға. Шул көндән бирле унан бер хат-хәбәр ҙә юҡ.
Тимурҙың ата-әсәһе республиканың хәрби комиссариатына, Дондағы Ростов прокуратураһына, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновҡа хат яҙа, әммә береһе лә ярҙам итә алмай. Яҡташыбыҙҙы эҙләү менән Чечен республикаһының Шале районы полиция бүлеге шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тимур әлегә тиклем табылмай.
Егеттең әрмегә китеп юғалыуына 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Шуға ҡарамаҫтан, яҡындары уны әле һаман көтә һәм ғәзиздәренең тыуған йортона ҡайтыуына өмөттәрен өҙмәй.
Фото: Т. Аманов