Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 09:25

Республикала пенсияның уртаса күләме аталды

Ағымдағы йылдың октябренә Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме 18 018 һум тәшкил итһә, йыл башында ул 16 399 һум булған. Был хаҡта Башстат хәбәр итә.

Республикала пенсияның уртаса күләме аталды
Республикала пенсияның уртаса күләме аталды

Шулай уҡ республикала 1 миллион 153 меңдән ашыу пенсионер иҫәпләнә, уларҙан 177 меңе пенсияға сыҡҡас эшләүен дауам итә. Ғинуарҙа төбәктә пенсионерҙар һаны 1 миллион 149 мең тәшкил иткән, уларҙың 186,5 меңе эшләгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: