Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 18:45

Республика халҡы алты миллион һумдан ашыу аҡсаны муттарға ебәргән

Стәрлетамаҡтан 55 йәшлек иргә ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, уға ҡарата енәйәт эше асылыуын хәбәр иткән: йәнәһе лә, шәхси мәғлүмәттәрҙең "утечка"һы арҡаһында, уның 100 мең һум аҡсаһы күрше республикаға билдәһеҙ иҫәпкә күсерелгән, хәҙер енәйәт эшен ябыр өсөн, уның етәкселеге аҫтында бер нисә операция атҡарыр кәрәк. Ҡурҡҡан ир "аҡсаһын ҡайтарырға" ашығып, ике миллион һумдан ашыуыраҡ кредит алған да, шуны банкомат аша аферисҡа күсергән. Аҡсаны күсергәс кенә, зыян күреүсе банкка шылтыратып, үҙенең муттар тоҙағына ҡабыуын белгән.

Республика халҡы алты миллион һумдан ашыу аҡсаны муттарға ебәргән
Республика халҡы алты миллион һумдан ашыу аҡсаны муттарға ебәргән

Өфөлә йәшәгән 46 йәшлек ир Өфө ҡалаһының 4-се полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеп, ҡаргиҙәр һатып алғанда аҡсаһынан яҙыуы тураһында һөйләгән. Ул интернет сайттарының береһендә үҙенә кәрәкле тауарҙың һатылыуы тураһында иғлан тапҡас, заявка ҡалдыра. Бер аҙҙан уға социаль селтәр аша, йәнәһе лә, һатыу-һатып алыу деталдәрен аныҡлау өсөн, "консультант" яҙа. Артабан ирҙең электрон почтаһына түләү өсөн реквизиттар һәм килешеү килгән. Ир 260 мең һумдан ашыу аҡсаны күсергән. Әммә аҡса ебәргәндән һуң сайт блокка ҡуйыла, ә "консультант" юғала.

Тәүлек эсендә 16 кеше муттарҙан алданған, улар кеүек булмағыҙ - шикле иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ, шикле әҙәмдәр менән телефон аша һөйләшмәгеҙ, һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: