Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 10:14

Кьюар-кодтарҙы һағындығыҙмы?

Әле Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, киҙеү һәм киҫкен респиратор инфекциялар ныҡ таралған мәл. Ни тиһәң дә, улар – тиҙ йоға торған сир. Яңы коронавирустың иң хәүефле осорондағы кеүек QR-кодтар индермәҫтәрме?

Кьюар-кодтарҙы һағындығыҙмы?
Кьюар-кодтарҙы һағындығыҙмы?

“Роспотребнадзор”ҙың телеграм-каналында быға яуап бар.

"Бөгөнгө эпидемиологик хәл-торош федераль кимәлдә сикләүҙәр индереүҙе талап итмәй", — тип яҙылған унда.

Шулай ҙа иртәгә нимә булырын берәү ҙә белмәй. Һәр хәлдә COVID – 19 бөтмәгән әле. Шуға ла QR-код тәртибе булмаясаҡ, тип бер кем дә аныҡ әйтә алмай.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: