Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 20:25

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Артур Йомағужин Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәренең ныҡлы хәрби әҙерлек үтеүе тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

-Радий Фәрит улының ярҙамы менән Салауат Юлаев исемендәге яңы башҡорт батальонын туплап, лайыҡлы әҙерләй алдыҡ. Шайморатовсыларға, доставаловсыларға һымаҡ, беҙҙең хәрбиҙәргә лә ярҙамдың барлыҡ төрө күрһәтелде. Уларға  йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды, сифатлы туҡланыу, ял саралары ойошторолдо. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби тәжрибәһе булған, округтың иң яҡшы инструкторҙары егеттәр менән шөғөлләнде. Ҡоралландырыуҙың яңы төрҙәре үҙләштерелде. Егеттәрҙең дә кәйефе яҡшы, – тине Артур Ғәлимйән улы.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Рәжәпов иһә Еңеүгә һәр кемдең үҙ өлөшөн индереүен билдәләне.

- Күп ватандаштарыбыҙ, республикабыҙ халҡы Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кем нимә менән ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар йылы кейемдәр тегә, студенттар хәрбиҙәребеҙҙең ғаиләләренә һәм ата-әсәләренә ярҙам итә, төрлө һөнәр эйәләре булған бик күптәр гуманитар ярҙам йыя. Был егеттәр ғүмерҙәрен дә бирергә әҙер. Беҙ улар менән ғорурланырға тейеш, - тине ул.

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2022-12-20/y-k-t-p-alaby-3080587

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: