Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 13:45

Хөкүмәт төбәктәрҙә интеллектуаль транспорт системаларын индереү программаһын киңәйтте

Тиҙҙән юлдарҙа һауа шарттары, ремонт эштәре тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән таблолар ҡуйыласаҡ. Светофорҙарҙың 85 процентын юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәктәренә ҡушасаҡтар. Был урам киҫелештәрендә тығындарҙы кәметергә ярҙам итәсәк.

Хөкүмәт төбәктәрҙә интеллектуаль транспорт системаларын индереү программаһын киңәйтте
Хөкүмәт төбәктәрҙә интеллектуаль транспорт системаларын индереү программаһын киңәйтте

Михаил Мишустин "Транспорт системаһын үҫтереү" дәүләт программаһына үҙгәрештәр индергән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға был проекттарҙы тормошҡа ашырыусы ҡалаларҙа интеллектуаль транспорт системаларын (ИТС) индереүҙең яңы этаптары өҫтәлгән.

Программала 42 төбәктән 49 ҡала ҡатнаша.

ИТС юл хәрәкәте менән идара итеүҙе автоматлаштырырға һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырырға мөмкинлек бирә.

Йәмәғәт транспортын мәғлүмәт-навигация системалары менән солғап алыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә пассажирҙар уңайлы маршрут һайларға һәм онлайн режимында кәрәкле транспортты күҙәтә аласаҡ.

Светофорҙарҙың 85 процентын юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәктәренә ҡушасаҡтар. Был урам саттарында тығындарҙы кәметергә ярҙам итәсәк.

Тиҙҙән юлдарҙа һауа шарттары, ремонт эштәре тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән таблолар ҡуйыласаҡ. 

Туҡталҡаларҙы ла шул системаға ҡушасаҡтар, водителдәргә буш урынды эҙләп табырға еңел буласаҡ.

Федераль бюджеттан был маҡсаттарға 2023 йылда биш миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: