Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 09:47

Еңеү байрағы елберләйәсәк

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ағымдағы йылдың һуңғы ултырышында 9 майҙа Башҡортостандың административ биналарында Еңеү Байрағы күсермәләрен файҙаланыуҙы күҙ уңында тотоусы БР Законы тулыһынса ҡабул ителде.

Еңеү байрағы елберләйәсәк
Еңеү байрағы елберләйәсәк

"– Закон проекты Еңеү көнөндә дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары биналарында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары, муниципаль берәмек флагы менән бер рәттән Еңеү Байрағы күсермәләрен элеүҙе билдәләй, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Шулай уҡ Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар үткәргәндә, Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәренә веноктар һалғанда Еңеү байрағы күсермәләрен файҙаланыу тәртибе билдәләнә.

Парламент спикеры белдереүенсә, закон проекты тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуға һәм илһөйәрлекте тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

– Еңеү Байрағын күтәреү – ул тантаналы йола ғына түгел, – тине Константин Толкачев. – Был, тәү сиратта, хәҙерге быуындың фашизмды еңгән быуынына рәхмәт белдереү билдәһе. ХХ быуаттың героик, шулай уҡ фажиғәле тарихы биттәре тураһындағы иҫтәлек быуындан-быуынға тапшырылырға тейеш" - тип яҙылған БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтында.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: