Ҡайтыу яғына маршрут Шаҡша станцияһына тиклем оҙайтылды. Хәҙер Өфөнөң тимер юл вокзалында икенсе транспортҡа күсеп ултырырға тура килмәйәсәк.
Билеттарҙы «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәте кассаларында һәм терминалдарында, «Рәсәй тимер юлдары-Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында һатып алырға мөмкин.
Өфө - Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса юл хаҡы 748,80 һум тәшкил итә, ә мобиль ҡушымта аша электрон билет һатып алғанда ул арзаныраҡҡа төшә - ни бары 686,40 һум.
Тағы нимә?
Тау саңғыһы инвентарын алып барыу - бушлай.
Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн юл йөрөүгә 50 процент ташлама.
«Урал легендаһы» поезына билет һатып алғанда ски-пасҡа ташламалы тариф тәҡдим ителәсәк - 4 сәғәт дауамында «Абҙаҡ» үҙәге трассаларында шыуыу 1900 һум урынына 1100 һум тәшкил итә. Ташламалы ски-пасты тау саңғыһы үҙәге кассаһында юл йөрөү билетын күрһәтеп рәсмиләштерергә мөмкин.
«Урал легендаһы» поезына алынған билет менән Яңы Абҙаҡ станцияһынан тау саңғыһы үҙәгенә тиклем автобуста бушлай барып етергә һәм кире ҡайтырға мөмкин.
«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте клиенттарына ярҙам үҙәге: +7 (800) 775-00-00
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-2 °С
Болотло