Өфөнән хәрби хеҙмәттә аяҡтарын юғалтҡан блогер Рөстәм Нәбиев Килиманджароға күтәрелеүҙән һуң тулыһынса ял итеп өлгөрмәгән, әммә яңы сәйәхәткә сығырға иҫәп тота. Был хаҡта ул 19 декабрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Блогер һүҙҙәренсә, әле ул көн режимын яйға һалырға тырыша.
-– Тауҙан һуң элекке режимға ҡайтыуы бик ауыр, – тине ул. – Организм бик арыған, һәр ваҡыт йоҡларға, ял итергә теләй.
Блогер билдәләүенсә, ғинуарҙа ул Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһен яуларға ниәтләй. Һүҙ Аргентинала урынлашҡан Аконкагуа түбәһе хаҡында бара, тип әйтергә була. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфөлә лә блогерға ҡайһы бер бейеклектәрҙе яуларға тура килә. Мәҫәлән, яҡшы итеп таҙартылмаған ҡар өйөмдәрен. Шуға ла ҡышты яратмайым, ти ул.
Фото: Т. Аманов