Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 19:35

Баймаҡтарҙан мобилизацияланған ир-егеттәргә - ярҙам!

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында СВО-ға алынғандарға сираттағы гуманитар ярҙамды оҙаттылар. "Сельхозник" КамАЗ-ға тейәлгән ҡәҙерле йөк Өфөлә урынлашҡан республика логистика үҙәгенә алып барыласаҡ. Аҙаҡтан уны конвой составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ һалдаттарға еткереләсәк.

Баймаҡтарҙан мобилизацияланған ир-егеттәргә - ярҙам!
Баймаҡтарҙан мобилизацияланған ир-егеттәргә - ярҙам!

Гуманитар ярҙамға яугирҙәрҙең яҡын-туғандары посылка һалған. Бынан тыш, райондың ойошма-предприятиелары, халҡы әҙерләгән буржуйка мейестәре, һыу һауыттары, бензобысҡылары, газ баллондары, йылы юрғандар кеүек әйберҙәр оҙатылды. Сауаплы эш башҡарған район халҡына афарин!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в