Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2022, 21:00

Аяуһыҙ булды Барыҫ

Иллә уҫал һәм аяуһыҙ Булды барыҫ, Дөрөҫлөктө эҙләп улдар Сыҡты алыҫ.   Фәлән илдең түрәләре Тамам аҙҙы, Снарядтар гөрһөлдәүе Тарих яҙҙы.   Ер өҫтөндә яңғыраны Шартлау, атыш, Яҙмыштарҙы яраланы Ҡаты һуғыш.   Әсәләрҙең йөҙөн баҫты Һары һағыш, Улҡайына юрағайны Яҡты яҙмыш...   Имен йылды вәғәҙәләй Ҡуян йылы, Үҙе йомшаҡ, үҙе йылы Ҡуян туны.   Тик мәрхәмәт өмөт итәм Тыуыр йылдан, Балаҡайҙар иҫән ҡайтһын Ҡанлы юлдан!   Люция Фазлиәхмәтова

Аяуһыҙ булды Барыҫ
Аяуһыҙ булды Барыҫ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в