РФ Дәүләт Думаһы депутаты Солтан Хамзаев ҡышын йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусыларға эш көнөн ҡыҫҡартыуҙы һорай. Парламентарий белдереүенсә, һуңғы йылдар тикшеренеүҙәре шуны күрһәтә: көн һыуыҡ булһа, йөрәк сирле кеше үҙен насарыраҡ тоя. Ҡышын инфаркт осраҡтары ла күберәк теркәлә. Хамзаев йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусы хеҙмәткәрҙәргә (эшселәргә) эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итә.
Ғөмүмән, көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүе лә ауырыуҙарға, өлкәндәргә йыш ҡына насар йоғонто яһай. Хәҙер хеҙмәт йәшендәгеләрҙең дә һаулығы бик шәптән түгел шул.