Көндөҙгө сәғәт ун беренселә Иглин районында, Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1536-сы саҡрымында, 49 йәшлек ир идара иткән "Toyota Corolla Fielder" менән 36 йәшлек водитель идара иткән "Volvo" йөк машинаһы бәрелешкән. Ҡара-ҡаршы килгән машиналарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. Әле хәлде тикшереү бара.
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә мөрәжәғәт итә: "Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, епшек ҡар юл торошоноң насарайыуына килтерҙе. Водителдәргә шәхси транспортта юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм. Юлға сыҡҡан хәлдә тиҙлек режимын күҙәтегеҙ, машиналар араһында арауыҡты һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ. Йәйәүлеләргә билдәләнгән урындарҙа ғына, машиналар туҡтап юл биргән осраҡта ғына юл аша сығырға тәҡдим итәм. Дәүләт автоинспекцияһының шәхси составы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Мөмкин тиклем һаҡ булығыҙ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!"
Фото: БР ЮХХДИ.