+21 °С
Болотло
23 декабрҙә, киске сәғәт 7-лә планетарийҙа «Под счастливой Полярной звездой» концерты ойошторола. Ҡунаҡтар билдәле совет һәм Рәсәй фильмдарынан йырҙар тыңлай аласаҡ. Сарала концерт менән бер рәттән йыһан темаһына видеояҙма күрһәтеләсәк. Ошондай формат бығаса ла булған һәм тамашасыларҙа бик оҡшаған, тип хәбәр итәләр баш ҡала мэрияһынан.
Инеү бушлай, тик урындар әҙ. Белешмә өсөн: (347) 244-72-06, 235-70-23, 8-987-10-24-888
Фото: vk.com