Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 20:50

Вилли менән Гөлназ Асаева айырылышҡан

Бындай хәбәр киң матбуғат социаль селтәрҙәрендә йәшен тиҙлегендә таралды. Ә бит йәштәр 2020 йылда ғына матур итеп ғаилә ҡорғайны.

Вилли менән Гөлназ Асаева айырылышҡан
Вилли менән Гөлназ Асаева айырылышҡан

Был хаҡта Гөлназ Асаеваның пиар-менеджеры хәбәр иткән, тиелә социаль селтәрҙәрҙә.

Бының ысынмы, буш хәбәрме икәнен белергә беҙ Гөлназ Асаеваға һәм уның ире Вилдан Шәмсетдиновҡа шылтыраттыҡ. Әммә йәштәр менәнә һөйләшә алманыҡ. Билдәле булыуынса, уларҙың ҡыҙҙары Динә сирләп тора. Шуға күрә лә йәш ата-әсәнең һөйләшергә һәм юҡ-бар хаҡында һүҙ ҡуйыртырға теләктәре юҡ. Ә бына Гөлназдың яҡын кешеләренең береһе Фәдис Ғәниевҡа мөрәжәғәт иткәс, ул был буш хәбәр булыуын белдерҙе. Һәм шаяртып күптән интернетҡа ингәнем юҡ, әллә ысын шулаймы икән, тип көлөп ҡуйҙы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: