Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 16:30

Талаусыны эҙләйҙәр

Ауыр енәйәт ҡылған ирҙең шәхесен асыҡлау буйынса халыҡтан ярҙам кәрәк.

Талаусыны эҙләйҙәр
Талаусыны эҙләйҙәр

12 сентябрҙә киске сәғәт ете тирәһендә Өфө ҡалаһы, Беренсе Май, 49 адресы буйынса урынлашҡан сәскәләр магазинына панама, битлек кейгән билдәһеҙ ир килеп инә.

Сәскә һайлаған булып, һатыусыға яҡын килгәс, ул бысаҡҡа оҡшаған әйбер сығара ла, шуның менән янап, кассанан 50 мең һум аҡса алып бирергә мәжбүр итә.

Был талау осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусыны эҙләй. Уның ҡайҙа булыуын белһәгеҙ, ошо номерҙар буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала: 

8(347) 279–41–69, 8(347) 279–51–36, 8(347) 279–93–03, 8(347) 279-39-02,  8(347) 279-32-92, 02 (102). Яҡындағы полиция бүлексәһенә лә хәбәр итә алаһығыҙ.

Конфиденциаллек һәм аҡсалата түләү гарантиялана.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в