«Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – үҙ халҡының сәнғәтен һәм матурлығын фиҙаҡәр һаҡлаусы» тигән этнограф Михаил Круковский. Ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн дәлилләп, Рәхилә Марат ҡыҙы Тайыпова 13 декабрь Адлер районы үҙәк китапханаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли биҙәүесе - түшелдерек, һаҡал эшләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Сараға төрлө йәштәге ҡатнашыусылар йыйылды: ағинәйҙәр, апайҙар, мәктәп һәм балалар баҡсаһы йәшендәге ҡыҙҙар. Тура эфирҙы Zoom аша Күмертау ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Фәттәх ҡыҙы Сәйфуллина алып барҙы.
Оҫталыҡ-дәресендә ҡатнашыусыларға Илүзә Фәттәх ҡыҙы Тоҡомбәтова ( Илюза Тукумбетова ) түшелдерек эшләү өсөн фетрҙан туҡыма киҫәктәре, тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, мәрйендәр һәм башҡа төрлө биҙәүестәр әҙерләп алып килгән.
Башта ҡатнашыусыларға видеояҙма күрһәтелде, унда эш этаптары күрһәтелгән ине. Һуңынан Айгөл Фәттәх ҡыҙы түшелдерек тураһында һөйләп үтте, уның тарихы, төрҙәре, эшләнеү үҙенсәлеге, биҙәү ысулдары менән таныштырҙы.
Артабан, түшелдерек эшләү этаптары буйынса, ҡатнашыусылар ҡул эшенә тотондолар. Бик күңелле һәм мауыҡтырғыс булды эш барышы, ағинәйҙәр йырлап та алдылар, кемдер тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиға менән бүлеште.
Һәр ҡатнашыусы түшелдереген үҙенсә матурлап биҙәне, күңел йылыһын һалып, мәрйендәрҙе рәткә теҙҙе. Бик матур, семәрле һәм серле түшелдеректәр эшләнелде бөгөнгө оҫталыҡ-дәресе барышында.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.