Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2022, 12:30

Схемалар бер үк, алданыусылар - төрлө...

Өфөнән 27 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, еңел аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Бының өсөн ни бары сайтта теркәлергә лә, иҫәп асып, шунда аҡса һалырға кәрәк, имеш. Йәш ҡатын аферистың һүҙенә ышанып, кредит алған да, ике миллион һум аҡсаһын "елгә осорған". "Банкир", әлбиттә, юғалған...

Схемалар бер үк, алданыусылар - төрлө...Схемалар бер үк, алданыусылар - төрлө...
Схемалар бер үк, алданыусылар - төрлө...

25 йәшлек егет интернет-магазин аша смартфон һатып алырға ниәтләгән. Заказ эшләгәс, ул тауар өсөн 65 мең һум аҡсаны күсергән, әммә телефонды көтөп ала алмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре был осраҡ буйынса енәйәт эшен асып, тикшерә башлағас, магазин етәксеһенең байтаҡ гражданды алдағаны, аҡсаларҙың муттар иҫәбенә күсерелеүен асыҡлаған.

Уҙған ял көндәрендә республика халҡы мутлашыусыларға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас