Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 16:15

Быйыл Рәсәйҙә иң күбе ниндәй машиналарҙы урлағандар?

Беҙ йыш ҡына машинаны алып ҡасыуҙы урлау менән бутайбыҙ. Әммә ысынында иһә улар - енәйәт кодексының ике төрлө статьяһы. Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр - сайтта.

Быйыл Рәсәйҙә иң күбе ниндәй машиналарҙы урлағандар?
Быйыл Рәсәйҙә иң күбе ниндәй машиналарҙы урлағандар?

Алып ҡасыу - урлашыу маҡсаты булмайынса, транспорт сараһына эйә булыу. Ябай ғына әйткәндә, кемдер машинаны йөрөргә ала ла, һуңынан уны ҡалдырып китә. Әгәр енәйәтсе автомобилде һуңынан һатып ебәрһә йәки запас частарға һүтһә - был урлашыу була.

Йыл һайын алып ҡасыу һәм урлауҙар һаны февралдән октябргә тиклем арта, һуңынан яйлап кәмей. Дөйөм алғанда, был өлкәлә енәйәтселек кәмей - һуңғы 3,5 йыл эсендә 1,5 тапҡырға кәмегән.

Машиналарҙы йышыраҡ туҡталҡаларҙа урлайҙар, талайҙар (төнгө ваҡытта - торлаҡ йорттар, көндөҙ сауҙа үҙәктәре янында).

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: