Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 09:09

Өлкән туристар Өфөнө яратты

"Демография" милли проектының "Әүҙем оҙон ғүмер" федераль проекты буйынса Башҡортостанда "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһы ғәмәлгә ашырыла.

Өлкән туристар Өфөнө яратты
Өлкән туристар Өфөнө яратты
Ошо көндәрҙә уның буйынса Дәүләкән районының бер төркөм оло кешеһе Өфөгә сәйәхәт ҡылды. Улар баш ҡалалағы һәйкәлдәрҙә, Милли музейҙа, Өфөнөң башҡа иҫтәлекле урындарында булды. "Ете ҡыҙ" фонтаны ҡышын да матур булғанын күрҙе. Лимонарийҙағы муллыҡ-байлыҡ менән танышты.

Әйткәндәй, үрҙә телгә алған проект буйынса бер көнлөк сәфәргә сығыу шарттары ябай: долголетие.соцтуризмрб.рф теркәлергә һәм турҙы һайларға ғына.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәтенән.
Өлкән туристар Өфөнө яратты
Өлкән туристар Өфөнө яратты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: