Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 09:38

Красный Луч ҡалаһы мәктәбенә - ҙур бүләк

Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Луганск Халыҡ Республикаһындағы Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы мәктәп директорының үтенесен яуапһыҙ ҡалдырмаған.

Красный Луч ҡалаһы мәктәбенә - ҙур бүләк
Красный Луч ҡалаһы мәктәбенә - ҙур бүләк

Красный Луч ҡалаһының 29-сы мәктәбе директоры Елены Борзых мәктәп ашханаһына туңдырғыс камера кәрәгеүен әйткән. Һәм беҙҙең депутаттар ярҙам итергә булған.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, ҙур посылка юлда. Ул мәктәпкә Яңы йыл бүләге буласаҡ. Аҡса депутаттар фондынан Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы аша күсерелгән һәм депутат Салауат Харасов кәрәкле техниканы һатып алған.

Кем ярҙам итә, барыһына ла рәхмәт, ти депутаттар.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: