Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 21:05

Компоттарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ!

  Бер нисә йыл рәттән банкаларҙа һуттар, компоттар һаҡлаған хужабикәләр арабыҙҙа күптер, моғайын.

Компоттарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ!
Компоттарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ!

Баҡтиһәң, тосло емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай икән. Сейә, абрикос  тосында амигдалин бар. Оҙаҡ торғанда ул зыянлы синиль кислотаһына әүерелә. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй, әммә оҙаҡ торһа, зыянлы матдәгә әүерелә.

Шуға ла тосоло емештәрҙән әҙерләгән запастарығыҙҙы бер йылда ҡулланып бөтөгөҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: