+25 °С
Болотло
Бөгөн епшек ҡар һәм ямғыр яуа. Айырым райондарҙа боҙло ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4, 1 градус тәшкил итәсәк.
Шишәмбе, 20 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -9,-14 градус тәшкил итәсәк.
Фото: Т. Аманов