Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабря 2022, 04:20

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...

"Луганск балаларына - Яңы йыл бүләктәре" хәйриә акцияһы дауам итә. Тиҙҙән һеҙ туплаған бүләктәр Луганск Халыҡ Республикаһындағы 29-сы мәктәпкә ебәреләсәк. Уҡыу йорто беҙҙең яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөтә.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...

Шулай тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. 

"Сафа Хәсәнов Стәрлебаш районында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномет взводы командиры булған.

Әлеге ярҙам акцияһын БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте иғлан итте. Бүләк тә, аҡса ла килтерергә мөмкин", - тип яҙа социаль селтәрҙә Гөлнур Ҡолһарина. Акция 20 декабргә тиклем дауам итә.

Аҡса күсереү өсөн: 89273040398 Сбербанк, на имя: Илюзы Рафилевны (казначей организации).

Бүләктәр килтереү: Өфө, Ленин урамы, 56, каб. 5. (БР Халыҡтар дуҫлығы йорто). (Шаура Альбертовна, заместитель организации).
Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас