+8 °С
Ямғыр
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 21:15
Имен-аман торһон доньялар!
Устарымды ҡушлап,түбәтәй кейеп, Тыңлап ултырам аят,доғалар. Эстән генә теләк теләйем мин- "Имен-аман торһон доньялар". Устарымды ҡушлап бар доньяны Һыйҙырғанмын усым эсенә. Изге теләктәрем ҡабул булһын Тура килһен Амин һүҙенә. Устарымды ҡушлап бар ғаләмгә Теләйем мин һаулыҡ,именлек. Ошо йәшәйештән айырмаһын, Һәр саҡ булһын ерҙә изгелек. Устарымды ҡушлап әруәхтәрға Теләйем мин ожмах түрҙәрен. Аят уҡытҡанда улар киләләр бит, Тик булмай шул күреп үҙҙәрен. Устарымды ҡушлап,тыныс ҡына Тыңлайым мин аят,доғалар. Теләктәрем ҡабул булһын ине, Имен-аман торһон доньялар. Арсен Байымов.
Имен-аман торһон доньялар!
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: