Ҡышҡы осорҙа мейесте ҡыҙыу итеп яғыу, электр селтәрҙәренең артыҡ көсөргәнеше, йылытыу приборҙары менән бәйле янғындар иҫәбе арта. Бик йыш ҡына кеше үҙе ут сығыуҙың сәбәпсеһе була! Республика халҡына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып мөрәжәғәт итәбеҙ. Розеткаға бер нисә электр приборын ҡуймағыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы төнгөлөккә мотлаҡ һүндерегеҙ, мейесте үтә ҡыҙыу итеп яҡмағыҙ. Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартыу ғәҙәте оло бәләгә килтереүе ихтимал.
Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ! Янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәгеҙ!
Фото: web.telegram.org/k/#@mchsrb01