-2 °С
Болотло
Беҙгә әле дуҫ булмаған сит илдән бер "тиктокерша" шәп кәңәш бирә: таймаҫ өсөн итек тышынан нәски кейегеҙ.
Ул төшөргән роликта күренеүенсә, ҡыҙ ботинкаһы тышынан ойоҡбаш кейеп алған да, боҙҙа рәхәтләнеп йөрөй. "Был шаяртыу түгел, миңә рәхмәт әйтерһегеҙ әле", - ти ул. Быны күреүселәр төрлө фекер яҙа. "Миңә әллә ҡасан өләсәйем шулай өйрәтте, шәп!" - тигән берәү.
Беҙҙә боҙлауыҡтан нисек һаҡланалар икән? Ойоҡбашты ботинка тышынан кейеү ысынлап та ҡотҡарамы?
Тайғаҡ көндәр етте, һаҡ булығыҙ!