Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 12:15

Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү - көнүҙәк мәсьәлә. 11 ай йомғаҡтары буйынса республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 449 автомобиль аварияһы теркәлгән (шул иҫәптән йәйәүле балалар ҡатнашлығында - 181 юл-транспорт ваҡиғаһы). Уларҙа 14 баланың ғүмере өҙөлгән, 491 бала йәрәхәттәр алған.  

Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды
Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды
Һәләк булған балаларҙың икәүһе тапалған, алты бала пассажир булған, өсәүһе - велосипедсылар, өс үҫмер транспорт сараһы менән идара иткән.
 
Дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары бөгөндән балаларҙы ташыуға айырым иғтибар бүләсәк, белем усаҡтарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойоштороласаҡ, юл-патруль хеҙмәте экипаждары балалар күп йөрөгән урындарға яҡынайтыласаҡ.
 
Акция барышында ЮХХДИ инспекторҙары уҡыусылар менән юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәрәсәк. Водителдәрҙе бигерәк тә мәктәптәр һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтары янында иғтибарлы, уяу булырға саҡыралар. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды
Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: