Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 17:31

"Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә проекттарға инвестициялар күләме 42 миллиард һумға етте

19 декабрҙә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Кәңәшмәлә "Алға" махсус иҡтисади зонаһы эшенә лә йомғаҡ яһалды.

"Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә проекттарға инвестициялар күләме 42 миллиард һумға етте
"Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә проекттарға инвестициялар күләме 42 миллиард һумға етте

2022 йылда "Алға" сәнәғәт-етештереү тибындағы зоналар араһында Рәсәйҙә иң йылдам үҫешеүсе статусын һаҡлап ҡалды, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Бынан тыш, Рәсәйҙәге махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең VI Милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса, "Алға" илдең 49 махсус иҡтисади зонаһы араһында 12-се урындан 8-сегә күтәрелде.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына ойоштороу эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

Махсус иҡтисади зонаның үҫешенә өлөш индергәне өсөн төбәк етәксеһе Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсовҡа һәм "Алға" махсус иҡтисади зона идара итеүсе компанияһы директоры Артем Пензинға республиканың почет грамоталарын тапшырҙы.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/160223.html

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: