Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2022, 04:15

2023 йылда ниндәй көндәр ялға тура килеүе билдәле булды

Өфө хакимиәте 2023 йылға производство календарын баҫтырып сығарҙы. Әйтәйек, Яңы йыл байрамдарында Башҡортостан халҡы 2022 йылдың 31 декабренән 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем ял итәсәк.  

2023 йылда ниндәй көндәр ялға тура килеүе билдәле булды2023 йылда ниндәй көндәр ялға тура килеүе билдәле булды
2023 йылда ниндәй көндәр ялға тура килеүе билдәле булды

Февралдә хеҙмәткәрҙәр 23-26 февралдә ял итәсәк. Ә мартта оҙайлы ялдар көтөлмәй: тик шаршамбы, 8 март, ғына эшләмәй. Киләһе йылда дини байрамдар 21 апрелгә тура килә - йома, һәм 28 июнгә - ул шаршамбы.

 

Майҙа Башҡортостан халҡы 1-дә (дүшәмбе), шулай уҡ 6 майҙан 9-на тиклем ял итә. Шулай уҡ ноябрҙә - 4-6 ноябрҙә оҙайлы ялдар көтөлә. Республика көнө, 11 октябрь, киләһе йылда шаршамбыға тура килә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас