Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 15:15

Юл фажиғәләре - 17 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 19 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 17 декабрь
Юл фажиғәләре - 17 декабрь

Киске сәғәт унынсыла Салауат районында, Иҙрис ауылы янында, 35 йәшлек ир "ВАЗ-2114" автомобилендә 61 йәшлек йәйәүлене тапаған. Ир ауыр йәрәхәттәрҙән тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүле юл уртаһында ултырған.

Краснокама районында ашығыс медицина ярҙамы автомобиле ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында кисә яҙғайныҡ. Унда ла йәйәүле лә үлгән.

Йәйәүлеләр, кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: