Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 13:45

Янғында пенсионерҙың ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Өфөнөң Кировоград урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. 

Янғында пенсионерҙың ғүмере өҙөлгән...
Янғында пенсионерҙың ғүмере өҙөлгән...

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Янғын һөҙөмтәһендә 12х2 метр майҙанда мөлкәт зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 1944 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған. Медиктар уның үлемен раҫлаған. Янғынды һүндереүгә 14 кеше һәм 4 берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Уҙған тәүлектә 26 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 13-ө - шәхси секторҙа, 13 кеше ҡотҡарылған.

Фото: web.telegram.org/k/#@mchsrb01

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в