+13 °С
Болотло
Йәше лә тулмаған ҡыҙының үлемендә ғәйепләнгән ике балалы ҡатынға ҡарата Учалы район суды быйыл декабрҙә ҡарар сығарҙы. Судта кескәй баланың үлемендә уның ғәйепле булыуы раҫланды.
Суд мәғлүмәттәре буйынса, ултырышта әсә үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, тәүбә иткән. Йәшәү урыны буйынса ул ыңғай ҡылыҡһырлана, наркологта иҫәптә тормай. Әммә, билдәле булыуынса, йәш ҡатын психиатрҙа иҫәптә тора. Әсәнең тулыһынса тәүбә итеүен иҫәпкә алып, суд уны бер йылға иркенән мәхрүм итте. Хәҙер ул үҙ фатирынан бер ҡайҙа ла күсергә тейеш түгел.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.