Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 18:35

Йүтәлдән һуған ҡайнатмаһы

Һуған ҡайнатмаһы – хәлде алыусы оҙайлы йүтәлде  дауалау өсөн бик тәмле, файҙалы һәм һөҙөмтәле дауа.  

Йүтәлдән һуған ҡайнатмаһы
Йүтәлдән һуған ҡайнатмаһы

 Уны әҙерләү өсөн өс уртаса ҙурлыҡтағы һуғанды ит үткәргестә үткәрергә һәм бер стакан шәкәр ҡушып болғатып, ярты сәғәт төнәтергә.

Ҡайнатманы болғата-болғата талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас,  бер ҡалаҡ бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер  шифалы дарыуҙы һыуытҡыста һаҡларға.  Йүтәлдән көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға кәңәш ителә. Балаларға дозаһын кәметергә мөмкин.

Фото:Т.Аманов.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: