Таулыҡай ауыл биләмәһендә лә СВО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындарын утын менән тәьмин итеү ойошҡанлы бара. Әле хәрби операцияла Сыңғыҙ ауылынан ике, Таулыҡайҙан биш егет ҡатнаша. Бөгөн таулыҡайҙар уларҙың ғаиләләренә утын ташыу эштәрен йомғаҡлап ҡуйҙы.
Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаш егеттәргә, техника менән тәьмин иткән Әхмәр Кәйекберҙинға, Зәбир Ишкининға, Этҡол урман хужалығында эшләүсе Таһир Моталлаповҡа, өмәселәрҙе эштән һуң йылы аштары менән һыйлаусы Гөлсирә Салауат ҡыҙына, Фәйрүзә Ғәфәр ҡыҙына, Гөлдәр Булат ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын. Егеттәрҙең яуҙан имен - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт илдең тыныс булыуын теләйһе ҡала", - тиелгән "Бәйләнештә"ге Баймаҡ ТВ" төркөмөндә.