Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 16:30

Оҙон юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле...

Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана. М7 «Волга», М5 «Урал» һәм Р240 Өфө-Ырымбур автоюлдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн Дәүләт автоинспекцияһының өҫтәмә 26 юл-патруль хеҙмәте экипаждары эшкә сыға. Республиканың баш ҡалаһында өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн 20-нән ашыу юл-патруль хеҙмәте экипажы йәлеп ителгән.

Оҙон юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле...
Оҙон юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле...

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов, метеорологик шарттарға бәйле, юлдарҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәргә саҡырам, тип яҙҙы: "Шәхси транспортты файҙаланыуҙан, алыҫ араларға юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, бик кәрәк осраҡта йәмәғәт транспорты менән файҙаланығыҙ. Әгәр шәхси транспортта юлға сыҡһағыҙ, автомобилдең тулыһынса техник яҡтан төҙөклөгөн тикшерергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Имен-һау булығыҙ!"

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: