Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 16:35

Иртәгә көндөң ныҡлап боҙолоуы көтөлә

Фаразланған аномаль күренештәр арҡаһында республикала дауыл хәүефе иғлан ителде.Метеорологтар хәбәр итеүенсә, иртәгә Башҡортостанда көслө ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Иртәгә көндөң ныҡлап боҙолоуы көтөлә
Иртәгә көндөң ныҡлап боҙолоуы көтөлә

Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе һәм тимер сымдарға, ағастарға ҡар һырыуы ихтимал.

Һауа температураһы төндә - 10 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ 0 градусҡа тиклем йылыта. Халыҡтан иғтибарлы булыуҙарын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен, автомобилдәрҙе ағастар һәм сымдар аҫтына ҡуймауҙарын һорайҙар.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә, тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ эшләй. Яҡынлашып килгән стихияға бәйле, Ратмир Мәүлиев Өфөлә ҡар таҙартыу буйынса "икенсе режим" индерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: