Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2022, 12:46

Гәрсис сәстең үҫешен тиҙләтә

Борон-борондан гәрсистең сәсте үҫтереүгә ыңғай йоғонтоһо билдәле.   Ул артыҡ майҙы һура, тиренең ҡан әйләнешен яҡшырта, май биҙҙәренең эшмәкәрлеген көйләй.

Гәрсис сәстең үҫешен тиҙләтә
Гәрсис сәстең үҫешен тиҙләтә

 Әммә баштың тиреһен киптермәһен, ҡауаҡ барлыҡҡа килмәһен һәм сәстәр һынмаһын өсөн  уны бик һаҡ   ҡулланырға кәрәк. Ә инде аллергия менән яфаланһағыҙ, өҫтәүенә, тирегеҙ үтә нескә булһа, айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Иң яҡшыһы – зәйтүн, миндаль майҙары, йомортҡа һарыһы, кефир ҡушып, гәрсис менән майлы битлектәр эшләү.

Гәрсискә шәкәр ҡушылған  битлек ябай ғына әҙерләнә. Бының өсөн ике ҡалаҡ ҡоро гәрсис оно, ике ҡалаҡ ҡайнар һыу, бер йомортҡа һарыһы,  ике ҡалаҡ зәйтүн йәки дегәнәк майы, ике ҡалаҡ шәкәр алына.

Битлекте сәстең төбөнә һөртөргә кәрәк, остарына эләкмәһен. Ул баштың тиреһенә һәм сәстең тамырына йоғонто яһарға тейеш.  Битлекте һөрткәс, башҡа целлофан ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән ҡалын таҫтамал менән уратырға. Битлекте 15 минуттан алып 1 сәғәткә тиклем тоторға мөмкин. Ныҡ итеп ҡыҙҙыра башлаһа, әлбиттә, йыуып төшөрөргә кәрәк. Йомортҡаһыҙ ғына гәрсис менән шәкәрҙән эшләнгән  битлек тә  сәстең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Йомортҡа урынына кефир йәки ҡырғыстан үткәрелгән һуған ҡушырға була.

Тәүге тапҡыр битлекте эшләгәндә 15 минут түҙергә кәрәк. Был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер ниндәй ҙә зыян булмаясаҡ. Һуңынан иһә өйрәнә башлағас, 30 минут, бер сәғәт тә тота алырһығыҙ. Оҙағыраҡ тотҡан һайын һөҙөмтә лә һәйбәтерәк. Сәстең остарын  алдан майларға мөмкин, сөнки битлектең киптереүе ихтимал. Был битлекте аҙнаһына бер тапҡыр эшләргә була, сәстәрегеҙ үтә майлы булһа, ике тапҡыр ҙа етә. Дөйөм алғанда, бер ай эшләргә кәңәш ителә.

Фото:Т Аманов.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в