Кейәүҙең һәм кәләштең өйләнешергә ризамы-юҡмы икәне тураһындағы һорау - ябай формаллек түгел. Шаярып ҡына ла "юҡ" тип әйткән хәлдә лә (мәҫәлән, "юҡ"... тип әйтергә минең йөрәгем ҡушмай", тип), теркәүҙе, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, туҡтатыуҙары ихтимал.
Никах теркәү церемонияһын алып барыу - ЗАГС хеҙмәткәренең карьераһы үҫешендә иң юғары баҫҡыс һанала, ә архивтағы эш башланғыс баҫҡыс булып тора.
Статистикаға ярашлы, Мәскәүҙә һәр 2 минут 30 секунд һайын 1 пар никах теркәү тураһында ғариза яҙа, һәр 3 минут һайын айырылышыу хаҡында ғариза тултыра.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 24-се статьяһына ярашлы, орган хеҙмәткәре граждандар хәле акттарын теркәгән саҡта белгән мәғлүмәттәрҙе, хас та табип кеүек, мотлаҡ сер итеп һаҡларға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.