Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 09:30

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған
Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған

15 декабрҙә төнгө сәғәт 3 тула 19 минутта йортто ут ялмап алыуы тураһында хәбәр килә. Урынға ашығыс хеҙмәттәр килгән. Уттан йорт ҡыйығына күскән таҡта, веранда, шулай уҡ металл ҡыйыҡ зыян күргән.

 

Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын урынлаштырыу һөҙөмтәһендә ҡорбандар булмай. Хужабикә төнөн уның тауышына уянып киткән һәм төтөн сығыуын күргән. Ханым йортонан үҙ аллы сыға алған һәм янғын һағын саҡырған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: