Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 13:46

"Ҡыҙыл паша"ның тәүге тамашасылары - Бишбүләктәр

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры билдәле дәүләт эшмәкәре, дипломат, сәйәси золом ҡорбаны Кәрим Хәкимов тураһында спектакль сығарҙы.   

"Ҡыҙыл паша"ның тәүге тамашасылары - Бишбүләктәр
"Ҡыҙыл паша"ның тәүге тамашасылары - Бишбүләктәр

Бишбүләк районы халҡы тәүгеләрҙән булып легендар шәхестең тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы тергеҙелгән спектаклгә тамаша ҡылды. Премьера совет дипломатының тыуған төйәгендә үтте. Ә Өфө тамашасыһы уны февралдә ҡарай ала.

Был спектакль 1980 йылдарҙа уҡ театр репертуарында була. Пьесаның авторы - Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарыусы Әхтәм Абушахманов Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды. Театр коллективы спектаклде сәхнәгә кире ҡайтарыу өсөн күп көс түкте – 30 йыл эсендә Кәрим Хәкимовтың биографияһындағы яңы факттар билдәле булды. Яңыртылған тамаша авторҙары уның тыуған төйәгендә булып, тарихи материалдарға һәм архив документтарына анализ яһаған.

Был - һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда барған тарихи исемдәрҙе ҡайтарыу буйынса ҙур эштең бер өлөшө генә. Республика артабан да яҡташтарының биографияһын өйрәнеүҙе, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙе һәм улар хаҡында халыҡҡа һөйләүҙе дауам итәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: