+2 °С
Болотло
Стәрлетамаҡтан 23 йәшлек ҡыҙ ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" тоҙағына ҡапҡан. Аферист, һеҙҙең исемдән бер нисә банкка кредит алыуға ғаризалар бирелгән, уларҙы ғәмәлдән сығарыр өсөн телефонығыҙға миңә ситтән тороп инергә мөмкинлек бирегеҙ, тип алдаған. Ҡыҙ, ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре минең иҫәптәге аҡсалар менән ҡыҙыҡһына, тип баш ватып тормаған, мутты тыңлаған. Һөҙөмтәлә, ситтән тороп уның телефонына ингән муттар картаһынан 150 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаны һыпырған.
Уҙған тәүлектә 14 кеше мутлашыусыларҙан 5,5 миллион һумлыҡ зыян күргән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.