Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 10:00

Шок! Берлинда донъялағы иң ҙур аквариум шартлаған!

Кисә Германияның баш ҡалаһында бөтә ашығыс хеҙмәттәр таң менән аяҡ өҫтө булды. Бында ваҡыт 05:45 тигәндә Dom Aquaree ҡунаҡханаһының ал яғы емерелде. Быға бар Берлиндың ғорурлығы - 16 метрлыҡ аквариумдың ярылып юҡҡа сығыуы сәбәп булды. Һөҙөмтәлә оло быяла һауытта йәшәгән 67 төрлө 1500 балыҡ һәм башҡа төр диңгеҙ кейеге үлде.

Шок! Берлинда донъялағы иң ҙур аквариум шартлаған!
Шок! Берлинда донъялағы иң ҙур аквариум шартлаған!

Миллион литр һыу һәм балыҡтар ҡунаҡхана урынлашҡан Карл-Либкнект-штрассеға һәм күрше урамдарға бәреп сыҡҡан. Бер нисә кеше быяла ярсыҡтарынан йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар тиҫтәләгән балыҡты ҡотҡарған.

Аквариум 2003 йылда төҙөлгән һәм ике йыл элек капиталь ремонтланған. Шаһиттар белдереүенсә, башта улар гөрһөлдәү ишеткән һәм ташҡын булып һыу ҡойола башлаған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в